Өфөләге иҡтисади форумда 2 мең ярым кеше ҡатнашты. Башҡортостанға 21 ил һәм Рәсәйҙең 20 төбәге вәкилдәре килде. - 22 килешеү төҙөлдө. Сәнәғәт, логистика, технологиялар, мәғариф өлкәләрендә проекттар ғәмәлгә ашырыла. Бындай форумдарҙа иң мөһиме протокол түгел, ә ышаныс. Башҡортостандың дуҫтары артты, ти Андрей Назаров.




