Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионаты тамамланды

Турнирҙа 48 төбәктән 163 спортсы ҡатнашты. Башҡортостандан Азалия Әминева  өс тапҡыр ил чемпионы тип танылды. Республикабыҙҙың тағы бер вәкиле Юлия Чумгалакова алтынсы тапҡыр иң юғары  наградаға лайыҡ булды. Бронза миҙал яулаған Милена Борисова - шулай уҡ Башҡортостандан. Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса беҙҙең республика илдең спорт үҙәге исеменә дәғүә итә. Башҡоростанда 13 меңдән ашыу спорт объекты бар, - тине ул. Андрей  Назаров еңеүселәрҙе ҡотланы, Рәсәй бокс федерацияһына рәхмәт белдерҙе.

Фото №1 - Өфөлә  ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс  буйынса  ил чемпионаты  тамамланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ