Яңы ФАП «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында сафҡа инде. Хәҙер 250-гә яҡын урындағы халыҡ уңайлы һәм заманса шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы аласаҡ. Был быйыл төбәктә эшләй башлаған өсөнсө медицина учреждениеһы, декабрь аҙағына тиклем тағы ла ике ФАП асыу планлаштырыла. Киләһе йылда бөрйәндәр ауылдарҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктары менән тәьмин итеүҙе 100 процентҡа еткерергә иҫәп тота.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү кабинеты, процедура, персонал һәм медикаменттар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Мобиль булмаған граждандарға уңайлы булһын өсөн инеү урынында пандус ҡуйылған. Шулай уҡ хәҙер халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре лә бирелә.



