Ярышта республика район-ҡалаларынан йыйылған мәктәп уҡыусылары патриотик йүнәлештәге проекттары менән сығыш яһаны. Сараға 250-нән ашыу уҡыусы йәлеп ителде. Иң яҡшы проект миҫалы киләһе йылға бөтә муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Борай ауылы мәктәбе уҡыусылары үҙҙәре ойошторған күсмә музей экспонаттары менән таныштыра. Малай-ҡыҙҙар Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған ҡоролмалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан бүләк ителгән әйберҙәрҙе ихтирам менән һаҡлап илһөйәрлек саралары ойоштора. «Патриот» паркында «Әҙер бул!» фестивалендә йәштәрҙең төрлө проекттары презентацияһы үтте.
«Беренселәр хәрәкәте» тарафынан ойошторолған фестивалдә республика район-ҡалаларынан 250 бала ҡатнашты. Һәр мәктәп илһөйәрлек, экология, фән, эшҡыуарлыҡ, социаль ярҙам йүнәлештәрендә ғәмәлгә ашырылған проекттары менән сығыш яһаны.
«Әҙер бул» фестивалендә еңеүсе проект тәжрибәһе республика район-ҡалаларында күрһәтеләсәк. Йәш патриоттар башланғыстары төбәктә үҫеш табып әүҙем малай-ҡыҙҙарҙың тәүге ҙур эшенә әйләнер тигән өмөт тыуа. Быйыл «Әҙер бул» фестивалендә Миәкә районы командаһы еңде.
Ф.Миһранова



