Өй хужаһы һыйырын һуйғас, малдың ҡарынынан ҙур күләмдә аҡса килеп сыҡҡан. Йорт хайуаны һәр ваҡыт сүплектә йөрөргә яратҡан. Шуға ла уның эсендә 30 килограмм самаһы ҡый йыйылған булған. Ә иң мөһиме улар араһында 5 мең һумлыҡ аҡсалар менән янсыҡ табылған. Шулай уҡ документтар ҙа була, эҙләгән кеше миңә мөрәжәғәт итһен,-тип ауылдаштарына видеояҙма яҙҙырған һыйыр хужаһы.



