Донъя халыҡтары һөйөүен яулаған «Әй Йола» төркөмө тәүге гастролен Өфөлә тамамланы

Бөйөк «Урал батыр» эпосына арналған музыкаль альбом Рәсәйҙең 22 ҡалаһында яңғыраны. Һәр осрашыу аншлаг менән үткән. Өфө тамашасыһы ла ижади коллективтың сығышын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Әйткәндәй, баш ҡалалағы концерт алдынан «Әй Йола»ның йәнә бер композицияһы донъя күрҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Урал» көйөнән асылған концерт программаһы тамашасы күңелен тарих төпкөлөнә алып ҡайтҡандай тойолдо. Сөнки, ул ябай композиция түгел, ә һүҙһеҙ башҡорт халыҡ тарихын бәйән итә. «Әй Йола» төркөмөнөң беренсе гастроль программаһы ла инде бөйөк «Урал батыр» эпосына дан йырлауға ҡоролған.

Эпик әҫәрҙең, ғөмүмән, тотош донъя тамашасыһына нисек тәьҫир итеүен интернет даирәләре аша ла барларға мөмкин.

Башҡортостан тамашасыһы ла «Әй Йола»ның Өфөләге сығышын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Һәр йырға улар ҡушылып йырланы, бейене лә, хатта бер тулҡында бәүелде лә...

Концерт программаһына ингән һәр композиция тамашасыға яҡшы таныш. Барыһы ла «Урал батыр» тип исемләнгән дебют альбомынан алынған. Ул октябрь башында киң аудиторияға сығарылғайны. Ә тыңлаусыларының иҫәбе-һаны юҡ. Әйтәйек, бер билдәле музыкаль майҙансыҡта ғына һуңғы ай эсендә «Әй Йола» йырҙарын 3 миллионға яҡын кеше тыңлаған.

Әйткәндәй, Өфөләге тамаша алдынан «Әй Йола» төрмөнөң репертуары тағы бер композиция менән тулыланды. Был юлы тамашасы иғтибарына ижади коллектив билдәле йырсы Алһыу менән яҙҙырған йырын тәҡдим итте. Башҡорт фольклорының классик өлгөһө заманса яңғыраны.

Ә инде донъяуи кимәлдә тамашасы һөйөүен яулаған ижади коллективтың Өфөләге концертын БСТ каналы эфирында Яңы йыл төнөндә ҡарарға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ