Өфөлә үткән Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында республика күп миллиардлы инвестициялар йәлеп итеүгә өлгәште. Иҡтисад форумы майҙансыҡтарында 2 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты, Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәрҙән дә делегациялар килгәйне. Эшлекле бәйләнештәр булдырыу, яңы партнерҙар табыуға, берҙәм проекттар тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән саранан киләһе материал.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы Башҡортостанда быйыл 18-се тапҡыр уҙғарылды. «Торатау» Конгресс-холы өс көнгә төрлө ҡитғаларҙан йыйылған эшҡыуарҙарҙы һәм эксперттарҙы берләштергән эшлекле майҙансыҡҡа әйләнде. Иҡтисади форум барышында ғына дөйөм суммаһы 15 миллиард һумдан ашыу булған 22 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яңы проекттар сәнәғәт, мәғариф өлкәләренә, яңы технологиялар һәм логистикаға ҡағыла. Инвестицияларға ҡағылышлы дәүләт ярҙамы саралары буйынса мөһим ҡарарҙар ҙа ҡабул ителде
Сара сиктәрендә Башҡортостан башлығы ҡатнашлығында Дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы ла үтте. Радий Хәбиров юристар ассоциацияһының 20 йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә закондар сығарыу һәм хоҡуҡтарҙы ҡулланыу практикаһына индергән өлөшөн юғары баһаланы. Бөгөн ойошманың төбәк бүлексәһендә етди гражданлыҡ позицияһы булған 1300-ән ашыу белгес эшләй. Тап улар көсө менән республика халҡына бушлай юридик ярҙам да күрһәтелә.
Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең эшмәкәрлеге йыл һайын федераль рейтингта алдынғы урындар менән билдәләнә. Халыҡ менән алып барылған эш, юридик консультацияларҙан тыш, ғилми конференция, форумдар ойоштороу, закон сығарыуҙа ҡатнашыу ҙа юғары статус алыуға булышлыҡ итә. Ойошма белгестәре хоҡуҡи мәҙәниәт булдырыуға тос өлөш индерә.
Иҡтисади форум сиктәрендә «Йыл һалым түләүсеһе» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Башҡортостан Хөкүмәте менән Финанс министрлығы тарафынан етенсе йыл рәттән ойошторолған бәйгелә төрлө эшмәкәрлек алып барған предприятие-ойошмалар ҡатнашты. Тантанала билдәләнеүенсә, былтыр бюджетҡа 202 миллиард һум аҡса килгән. Уның 17 миллиарды бөгөнгө еңеүселәргә тура килә.
Ә бына «Бизнес һаҡсылары» премияһы эшҡыуарҙар өсөн уңайлы мөхит булдырыусыларҙы һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙы билдәләүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар араһында-коммерсанттар, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре, шулай уҡ юристар бар. Уларҙың хеҙмәте 8 номинация буйынса баһаланды.
Форумда «Йәштәр эшҡыуарлығы» буйынса сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр эшләне. «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе»н асыуға старт бирелде. Социаль бизнес буйынса айырым кәңәшмә уҙҙы. Хакатон уйыны ойошторолдо. Эшҡыуарҙар командаларға бүленеп иҡтисади мәсьәләлрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Көнө буйы барған бизнес уйында еңеүселәр ҙә билдәләнде.
Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар менән танышты. «Бишбармаҡ»оҫтаханаһы талҡан әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Индустар иһә был милли ризыҡты үҙҙәренең ашына оҡшатты.
Иҡтисади форум барышында «Йыл юрисы», «Торлаҡ төҙөлөшө лидерҙары» премияһы лауреаттары ла билдәләнде. Һуңғы көндә халыҡ-ара Төркиә, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Тажикстан һәм Үзбәкстан илдәре делегациялары ҡатнашлығында тематик тректар ойошторолдо. Экспорт, электрон сауҙа логистикаһы, халыҡ-ара баҙар, төбәк-ара партнерлыҡты үҫтереү юлдары барланды



