Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. Башланғыс федераль кимәлдә өйрәнелә, республиканың бындай тәжрибәһе бар, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Баҫыуҙарҙың 60 процентын машина-технология станциялары эшкәрткән ваҡыттар булды. Машина-трактор комлекстарын булдырасаҡбыҙ, әммә форматы үҙгәрә. Техника эше һәм уны ремонтлау ғына түгел, агрономдарға консультация биреүҙән башлап, орлоҡ, ашлама әҙерләү кеүек һәр төрлө хеҙмәттәр күрһәтеләсәк, тине министр. Башҡортостанда МТСтар 2000-се йылдар башында тергеҙелә башланы. "Үҙәк", "Ергән" һәм "Урал аръяғы" станциялары булдырылды. Уларҙа заманса ауыл хужалығы техникаһы тупланды.




