Республикала сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр аталды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған. Уның буйынса, ҡыҙҙар араһында – Хедея, Севилия, Лиза, Һомай һәм Туба, малайҙарҙа Рәхимйән, Азамджон, Рәхәт, Шахром һәм Ғүмер исемдәре осрай. Әминә, Амелия ,Эмилия, Ева һәм София -иң популяр ҡыҙҙар исеме. Малайҙарға йышыраҡ Әмир , Эмир , Михаил, Тимур һәм Мирон тип ҡушҡандар.




