Республика 360 миллион һумлыҡ проекттар ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 360 миллион һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Ике документҡа ҡул ҡуйылды. Өфөнөң Октябрь районында заманса социаль хеҙмәтләндереү үҙәген төҙөү планлаштырыла. Бының өсөн  317 миллион  һум  инвестиция һалына. Тағы бер проект буйынса Ауырғазы районы Талбазы ауылында "Ихлас" тигән күп  функциялы  комплекс  төҙөлә.  Проект 50 миллион  һумға баһалана. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 2 мең ярым делегат ҡатнашты.

Фото №1 - Республика  360 миллион  һумлыҡ  проекттар ғәмәлгә  ашырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ