Республика төбәктәрендә урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу өсөн йыйылыштар үтә

Шаран районының Мичуринск ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программала йыл һайын ҡатнаша. Быйыл уның ярҙамында Рождественка ауылының Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ урамдарына ҡырсынташ түшәү күҙаллана. Айырыуса яҙлы-көҙлө һәм ямғырлы көндәрҙә кибеткә барыу ҙур проблемаға әүерелә, тип ауылдаштар. Һуңғы йылдарҙа Рождественкала күптәр еләк-емеш үҫтереү менән мәшғүл. Уңышты ситкә алып барып һатыу һәм ҡаланан килгән һатып алыусылар уңайлығы өсөн дә юлдарҙы төҙөкләндереү көнүҙәк мәсьәләгә әүерелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ