Башҡортостандың Милли музейында рәссам Ирина Окружнованың «Легенданың тыуыуы» тип исемләнгән шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозиция бөйөк башҡорт эпик ҡомартҡыһы-«Урал батыр»ға арналған. Ижадсы сағыу буяуҙар аша эпоста телгә алынған һәр образды реалистик деталдәрҙә һүрәтләргә тырышҡан. Бер циклға ҡоролған эштәр тамашасыны фәлсәфәүи уйҙарға һала. Экспозицияны асыу тантанаһында «ИшембайФильм» балалар һәм үҫмерҙәр студияһының анимация картинаһы тәҡдим ителде.




