Унда яңы оператор - ВТБ банкы. Ғаризаларҙы 28 декабргә тиклем тапшырырға була. Дәүләт хеҙмәттәре порталы, йә "ПочтаБанк" ҡушымтаһы аша, шулай уҡ "Почта Банк" һәм ВТБ бүлексәләренә барып мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, ғәмәлдәге карталар 31 декабрҙән ҡулланыуҙан сығарыла. "Пушкин картаһы" 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләргә бирелә. Уның иҫәбендә йыл һайын 5 мең һум була. Был аҡсаны музей, театр, кинотеатр һәм концерттар өсөн тотонорға мөмкин.




