Рәсәйҙең иң көслө атлеттары Өфөгә йыйылды

Улар данлыҡлы спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторған «Еңеү кубогы» халыҡ-ара турнирында ҡатнашты. Мәртәбәле сара асыҡ һауала үтте. «Нива» автомобилен күтәреү беренсе эстафетаның һуңғы һынауы. Әммә был ауырлыҡты күтәрергә барыһының дә хәленән килмәй. Сөнки быға тиклем уларға күп тир түгергә тура килә. Атап әйткәндә, ауыр бүрәнәләрҙе махсус саналарға күсереп һала һәм уларҙы асфальт буйлап һөйрәй. Снарядтың дөйөм ауырлығы 280 килограмм тәшкил итә. Трассаны үтеүгә ни бары бер минут ярым ваҡыт бирелә. Илдең иң көслө спортсылары үҙ оҫталыҡтарын һәм сыҙамлығын биш дисциплинала күрһәтте. Донъя кимәлендәге ошондай ярыштарҙың күп тапҡыр призеры-Ҡурғандан Петр Бухонов иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Сорғоттан Валерий Савин менән Һарытауҙан Евгений Гавриленко бүлеште. Башҡортостан вәкилдәре лә лайыҡлы күрһәткестәргә өлгәште.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ