Баймаҡта бокс мәктәбе ойошторолоуға 45 йыл тулды

Ошо уңайҙан «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында төбәк-ара турнир үтте. Ярыш төбәктә был спортҡа нигеҙ һалыусы Константин Сентюринға арналды. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.

Баймаҡтың бокс буйынса беренсе тренеры Константин Сентюрин хөрмәтенә үткәрелгән турнир һәр ваҡыт йәш спортсыларҙы йәлеп итә. Быйыл Ҡаҙағстан һәм Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан командалар ҡатнашты. Турнирҙың бағыусыһы яҡташыбыҙ, меценат Сергей Продовиков. Константин Сентюрин уға тыуған көнө уңайынан бөйөк бокс чемпиондарының автографтары менән боксер бирсәткәләрен тапшырҙы.

Баймаҡта Константин Сентюринға арналған бокс буйынса төбәк-ара турнир уҙғарыу йолаға әүерелде. Быйыл ул 100-ҙән ашыу спортсыны йыйҙы. Шулай итеп, был ярыш райондың спорт тормошонда сағыу ваҡиға булараҡ үҙенең әһәмиәтен тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ