"Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер" милли проекты буйынса 6 учреждение төҙөлә. Уларҙың барыһы ла яңы йылға тиклем асылырға тейеш. Был турала вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдерҙе. "Тиҙҙән Благовещен һәм Асҡында поликлиналар сафҡа инә. Учалы һәм Яңауылда объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Декабрь аҙағында Баҡалы һәм Асҡарҙа учреждениелар төҙөлөп бөтә", - тине вице-премьер.




