Ҡала биләмәһе советы ошондай ҡарар сығарҙы. Һалым ставкаһы ҡунаҡханала йәшәү суммаһының 1 процентына тиң була. Ул йыл һайын арта барып 2030 йылға 5 процентҡа етергә тейеш. Һалымды ҡунаҡхана эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе ойошмалар һәм эшҡыуарҙар түләй. Муниципалитеттар бындай һалым индереү хоҡуғын быйыл ғинуар айында алды. Ярты йылда район һәм ҡала бюджеттарына 43 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән.




