Бөгөн Республика журналистар союзының 24-се съезы үтте

Йыйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары оҫталыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, социаль яуаплылыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. - Башҡортостан медиатармағы - ҙур һәм көслө команда. Дәүләт мәғлүмәт сараларында 2 мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Республикала теле- һәм радиоканалдар, муниципаль телестудиялар бар, 6 телдә 146 матбуғат баҫмалары донъя күрә. Электрон мәғлүмәт саралары әүҙем үҫешә. Улар барыһы ла мөһим социаль бурыс үтәй - дәүләт һәм йәмғиәт араһында бәйләнеште көйләй, ышаныс булдыра, халыҡты ялған мәғлүмәттәрҙән һаҡлай, тине Радий Хәбиров. 

Республика журналистар съезы барышында бер төркөм коллегаларыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды. “Юлдаш” радиоһы хәбәрселәре Клара Шәрипова һәм Азамат Нуриев “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды. Улар тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Бөгөн Республика журналистар союзының 24-се съезы үтте

“Юлдаш” радиоһының Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрселәре Зөһрә Арсаева һәм Динара Сафинаға Рәсәй Журналистар берлегенең “Ҡыйыулыҡ өсөн” Почет билдәһе тапшырылды. Сәриә Рамазанова союздың “Кешеләргә ярҙам өсөн” Почет билдәһе менән бүләкләнде.

Бөгөн Республика журналистар союзының 24-се съезы үтте

Был наградалар быйыл беренсе тапҡыр бирелә. Йыйын барышында хәрби хәбәрселәргә танытмалар тапшырылды. Улар араһында БСТ телеканалы репортерҙары Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Ильяс Батыргәрәев, Гүзәл Хамитова, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәков бар. 

Фото №1 - Бөгөн Республика журналистар союзының 24-се съезы үтте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ