Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

Был турала  Радий Хәбиров белдерҙе. Аҡсаның 1 миллиард 370 миллионы - федераль ҡаҙна өлөшө. - Программа ауылдарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Уның буйынса торлаҡ төҙөлә, инфраструктура яҡшыра, биләмәләр тәртипкә килтерелә. 2025 йылда 25 ғаиләгә торлаҡ шарттарын  яҡшыртыуға  субидия бүленде, Әлшәй һәм Борай  райондарында һыу селтәрҙәре һуҙылды, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса 52 проект ғәмәлгә  ашырылды, - тине  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ