Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашты

Медиа тармаҡ үҫешенә лайыҡлы баһа. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашып, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Теле-радио каналдар, муниципаль телестудиялар, алты телдә баҫтырылған гәзит-журналдар - бөгөн дәүләт компанияларында ғына ике мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Төбәк етәксеһе хәрби хәбәрселәрҙең фиҙәҡәр хеҙмәтенә айырым иғтибар йүнәлтте. Эшлекле һәм тантаналы саранан киләһе материал.

Снарядтар оса, дошман позициялары юҡ ителә. «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Айнур Кәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә оҙайлы командировкаларҙа булып, дөйөм алғанда 124 көн дауамында ут эсенән ҡыҙыу репортаждар әҙерләне. Бөгөн коллегабыҙ беренселәр иҫәбендә «Хәрби журналистика ветераны» таныҡлығы менән бүләкләнде.

Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул иткәйне, ветеран статусы, дәүләт ярҙамы саралары билдәләнде. Республика журналистар союзы съезында туғыҙ хәбәрсегә таныҡлыҡ тапшырылды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров даими рәүештә алғы һыҙыҡта эшләп, Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлығы менән таныштырған ижади төркөмгә рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров Бөрйән районы «Таң» гәзите редакцияһы водителе Иршат Сәйетбатталовтың да гуманитар ылау ташыуҙа тыңғыһыҙ эшен юғары баһаланы. Дөйөм алғанда, ул етмеш тапҡырҙан ашыу алғы һыҙыҡта булған.

Тантанала бер төркөм журналистар республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләнде. 1998 йылда «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эш башлап, бөгөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары вазифаһын яуаплы атҡарған етәксебеҙ Шамил Ишемйәров та маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Башҡортостан журналистар союзы - Рәсәйҙә иң ҙур ойошмаларҙың береһе. 1800 кешене берләштерә. Республика етәкселегенең медиа тармаҡҡа булған иғтибары ил кимәлендә лә юғары баһалана.

Съезд барышында республика журналистар союзының Яңы Уставы, идара составы билдәләнде. «Башҡортостан» гәзите баш мөхәррире, хәрби журналист Вәдүт Исхаҡов төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булараҡ эшен дауам итәсәк.

Съезд эшендә ике йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең республика, ил үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ябай булмаған осорҙа оператив рәүештә дөрөҫ мәғлүмәт еткерә улар, шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйыу, ирекмәнлек эшендә лә алдынғы.

Бөгөн Башҡортостан журналистар союзы йәштәр менән дә эште йәнләндергән. Ижади көстәр остаздар ҡанаты аҫтында нығына. Йәмәғәт ойошмаһы тарафынан был йүнәлештә лә даими эш алып алып барыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ