Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ. Әле Башҡортостанға 3170 яугир әйләнеп ҡайтты. Улар күберәк ҡайтҡан һайын башҡараһы эштәр, мәсьәләләр ҙә артасаҡ ҡына, тине Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында. Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙ яугирҙарҙы ҡаршы алыу өсөн медицина һәм социаль инфраструктураны әҙерләргә тейешбеҙ. Һәм йәмәғәт ойошмалары был эштә төп ярҙамсы булыуы мотлаҡ.
Башҡортостан башлығы властарҙың ассоциация эшмәкәрлеген йәнләндереү яҡлы булыуын белдерҙе һәм аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Тәү сиратта яугирҙарҙы реабилитациялау эшен камиллаштырыу зарур. Әле был эшкә махсус хәрби операция яугирҙарын йәлеп итеү процесы бара. «Башҡортостан геройҙары» проекты еңеүселәре лә тап ошо йүнәлештә идаралыҡ эшенә булышлыҡ итә.
Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышы «Ватанға хеҙмәт итәм» республика форумы сиктәрендә уҙҙы. Йыйын шулай уҡ Башҡортостан башлығы грантына уҙғарыла һәм тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә махсуслаша. Форумға йыйылған 800-гә яҡын яугир өсөн тетематик белем биреү майҙансығы ойошторолдо.



