200-ҙән ашыу уҡыусы шайморатовсылар балында вальс бейене. Сара Өфөлә икенсе тапҡыр ойошторолдо. Радий Хәбиров уҡыу алдынғыларына почет билдәләре тапшырҙы. Бал бер юлы өс ваҡиғаға - Ватан геройҙары, Рәсәй Конституцияһы һәм Башҡорт теле көнөнә арналды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Үҙ ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр балда ҡатнашыу - яуаплы һәм тулҡынландырғыс. Ҡыҙҙар прическаларын төҙәткән арала, егеттәр бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай. Байрамда ҡатнашҡан һәр уҡыусы балға эләгеүе менән генә түгел, ғөмүмән, Шайморатов класында уҡыуы менән ғорур.
Бейеү майҙансығында йөҙҙән ашыу пар. Залға беренсе булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән ҡулға-ҡул тотоношоп ҡыҙҙар инде. Шайморатовтар балы икенсе йыл рәттән республика етәксеһе башланғысы ярҙамында уҙғарыла. Радий Хәбиров «шайморатов» кластарының иң яҡшы уҡыусыларын сәләмләп, Ватан һәм Башҡортостан тарихында Миңлеғәле Шайморатовтың айырым ролен билдәләне.
Икенсе «йәш шайморатовсылар балы» республиканың 23 район муниципалитетынан һәм 5 ҡала округынан иң яҡшы уҡыусыларҙы йыйҙы. Башҡортостан башлығы уларҙың ҡайһы берҙәренә «Йәш шайморатовсы» почет билдәһен тапшырҙы.
Балда ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев һәм Рим Хәсәнов көйҙәре аҫтында башҡорт вальсы, полонез һәм лендлер бейене.
Әлфинә Килдейәрова



