Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды

Фармацевт һөнәрен - ҡоралға. Өфө медицина колледжында бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды. Колледжда Ватан геройҙары көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Ошондай матур йырҙар йырлап йәшәүгә һөйөнөп кенә ғүмер итергә лә бит. Юҡ, Артур Әминев 2024 йылда Өфө медицина колледжын тамамлап бер ай үтеүгә Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юллана. Егеттең ут эсенә ингәнен туғандары белмәй. Бәләкәйҙән тәрбиәләп үҫтергән өләсәләрен борсомаҫ өсөн, үҙен армияламын тип әйтә. Әммә махсус хәрби операцияла тәүге һыҙыҡта бер айҙан уҡ уның ғүмере өҙөлә.

Ватан геройҙары көнөндә Өфө медицина колледжында Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды. Тантаналы сараға уның туғандары, яҡындары, бергә уҡыған курсташтары килгән. Артур мәктәпте ҡыҙыл дипломға тамамлаған, күп предметтарҙан олимпиадаларҙа, спорт сараларында ҡатнашып еңеүҙәр яулаған. Медицина колледжында фармацевт һөнәренә уҡып сыҡҡан. Спортты яратҡан, шиғырҙар яҙған, моңло итеп йырлап бөтә сараларҙы биҙәгән..

2024 йылдың авгусында контракт төҙөгән егет бер айҙан, 24 сентябрҙә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Тыуған яғы Дәүләкән районына кәүҙәһе ете айҙан һуң ғына ҡайтарыла. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалы һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Курсташтары уҡып бөтөп дарыуханала эшләй башлаған егеттең яу ҡырында икәнен белмәй ҙә ҡалған.

Өфө медицина колледжын тамамлаған өс егет яу ҡырында һәләк булған. Ватан геройҙары көнөндә колледж ил улдарын хөрмәтләп иҫкә алды.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ