Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы

Рәсәй геройҙары көнөндә Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы. Техника тәғәйен урынға Халыҡ фронты ярҙамында барып етәсәк. Росреестр идаралығы хеҙмәткәрҙәре гуманитар ярҙам туплауға етди ҡараған - махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ автомобилдәрҙең һәр ҡайһыһы юлға сығыр алдынан техник тикшереү үткән. Һәр машинаға шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн йылы кейемдәр ҙә һалынған.

Автомобилдәр махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға хәрби бурыстарын үтәгәндә ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ. Был беҙҙең еңеүҙе яҡынайтыуға кескәй генә өлөшөбөҙ. Егеттәребеҙ тиҙерәк еңеү менән ҡайтһын.

Петр Клец, РОСРЕЕСТРҘЫҢ Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ