Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен төҙөү тулы ҡеүәттә бара

Был илдең яңы тарихында юғары белем һәм фән инфраструктураһын модернизациялауҙың иң күләмлеһе. Бөгөнгә 29 кампус объекты файҙаланыуға тапшырылған да инде.

Шуларҙың береһе Өфөләге Геном үҙәге. Был турала вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның билдәләүенсә, студенттар ҡаласыҡтары уңайлы йәшәү шарттарын тәьмин итеүҙән тыш, ҡеүәтле фәнни-белем биреү үҙәктәре булып тора. Әйтергә кәрәк, һыуыҡтар башланыуға ҡарамаҫтан, Өфөләге вуз-ара кампус тәүлек әйләнәһенә төҙөлә. Әле объектта 650-гә яҡын кеше эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ