Республиканың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре төньяҡ баш ҡалала белем алыусы яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Унда студенттар төбәк тормошонда ҡатнашырға мөмкинлек биргән төп проекттар менән танышты. Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостандан бөтәһе 3 меңгә яҡын студент уҡый, улар өсөн 11 йәштәр клубы уңышлы эшләй. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, йәштәр башланғыстары өсөн 2 миллион һумға тиклем гранттар ҡаралған һәм Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уның күләме киләһе йылда арттырыласаҡ. Әйткәндәй, 18 декабрҙә ҡалала «Яҡташлыҡ көсө - Ватан көсө» йәштәр форумы уҙа. Уның барышында мәҙәни, мәғариф һәм спорт саралары ла үтәсәк.



