Эдуард Хәсәнов - Рәсәй профессорҙар йыйылышының дөйөм милли премияһының “Техник фәндәр” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнгән. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетының Механика һәм һанлы инжиниринг факультетын етәкләй. Бында механика, агротехника, һанлы инжиниринг, һаҡсыл етештереү һәм экология буйынса киң белемле белгестәр әҙрләнә. Эдуард Хәсәнов етәкселегендә факультет “Приоритет 2030” программаһында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, сифатлы эшмәкәрлек ойошторола. Студенттар гранттар ала, ә сығарылыш уҡыусылары - төбәк ойошмаларында юғары вазифаларға эшкә урынлаша. Был күрһәткестәр профессорға “Йыл деканы” исемен алыуға нигеҙ булып торған.



