Унда республиканың 23 районында һәм 5 ҡалаһында асылған “шайморатовсылар класы”ның 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараның Ватан Геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алған көндә үтеүен билдәләне, 11 уҡыусыға “Йәш шайморатовсы”почет билдәләрен тапшырҙы.
Бейеү байрамында ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев һәм Рим Хәсәнов көйҙәренә башҡорт вальсы, полонез һәм лендлер бейене.
Өфөлә “Йәш шайморатовсылар балы” икенсегә ойошторолдо.




