Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Документҡа ярашлы, милек һалымын түләү буйынса ташлама ҡарала. Ул хеҙмәткәрҙәрҙәргә лайыҡлы эш хаҡы түләүсе, хеҙмәт урындарын һаҡлап ҡалыусы ойошмаларға тәғәйенләнә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, быға тиклем дә милек һалымына ташлама булды, һөҙөмтәлә тармаҡта етештереү артты, табыш өсөн һалым түләүҙәре лә ҙурыраҡ булды.




