Был турала Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. - Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мобиль ҡушымта булдырылды. Халыҡҡа дрондар хәүефе тураһында мәғлүмәттәр еткерелә. Халыҡ был ҡушымтаны файҙалана, ҡулланыусылар һаны арта, тине ведомство етәксеһе. Тағы ла бер ҡушымта - "Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы". Ошо ведомствоның республика идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Владимир Горин белдереүенсә, бында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде тотоу буйынса һәр төрлө мәғлүмәт урынлаштырылған.




