"Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте

 Унда  Республика  Башлығы,  фирҡәнең  төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. -  Йыл ҡатмарлы булды, махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн рәхмәт. Был - беҙҙең төп йүнәлеш. Барыһы ла юғары һөҙөмтә һәм әүҙемлек күрһәтте. Кадрҙар әҙерләгәндә заман талаптарын иҫәпкә  алырға, халыҡ  менән аралашыуға  иғтибарҙы  арттырырға  кәрәк  тине Радий  Хәбиров.  Ул шулай  уҡ  киләһе  йылда  Дәүләт Думаһы депутаттары һайланыуы, Өфөлә  ҡала  советына һайлау  булыуы тураһында  белдерҙе.  Был кампанияларҙы лайыҡлы  уҙғарыу  бурысы  ҡуйылды.

Фото №1 - "Берҙәм Рәсәй" партияһының  Башҡортостан төбәк бүлексәһе  конференцияһы  үтте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ