Быйыл республикала 7 мең 100-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән. 182 кешенең шул иҫәптән 12 баланың ғүмере өҙөлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса баш идаралағы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Владимир Горин белдерҙе. - Ҡышын янғындар һаны арта. Кешеләр йылытыу приборҙарын ҡуллана. Шулай уҡ төҙөк булмаған электр приборҙары, мейес арҡаһында фажиғәләр була, тип белдерҙе ул.




