Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионатын ҡабул итте

Көрәш һарайында уҙған турнир Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Унда  48 төбәктән 163 спортсы ҡатнашты. Башҡортостандан Азалия Әминева өс тапҡыр ил чемпионы тип танылды. Еңеүен ул Өфөгә бағышланы.

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионатын ҡабул итте

Республикабыҙҙың тағы бер вәкиле Юлия Чумгалакова алтынсы тапҡыр иң юғары наградаға лайыҡ булды.

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионатын ҡабул итте

 Бронза миҙал яулаған Милена Борисова - шулай уҡ Башҡортостандан.

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионатын ҡабул итте

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, беҙҙең республика илдең спорт үҙәге исеменә дәғүә итә.

Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионатын ҡабул итте
Башбат

Чемпионат еңеүселәре һәм призерҙар Милли команда составында Халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашыу хоҡуғы алды.

 Ирек Әхмәтшин. Юлдаш радиоһы.

Фото №1 - Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионатын ҡабул итте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ