Өфөлә илдең көслө атлеттары араһында “Еңеү кубогы”на халыҡ-ара турнир уҙҙы

Данлыҡлы спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторған мәртәбәле сара асыҡ һауала үтте. Снарядтың дөйөм ауырлығы 280 килограмм тәшкил итә. Трассаны үтеүгә ни бары бер минут ярым ваҡыт бирелде. Илдең иң көслө спортсылары үҙ оҫталыҡтарын һәм сыҙамлығын биш дисциплинала күрһәтте. Донъя кимәлендәге ошондай ярыштарҙың күп тапҡыр призеры-Ҡурғандан Петр Бухонов иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Сорғоттан Валерий Савин менән Һарытауҙан Евгений Гавриленко бүлеште. Башҡортостан вәкилдәре лә лайыҡлы күрһәткестәргә өлгәште.шуларҙың береһе Рәил Бикмаев.

Өфөлә илдең көслө атлеттары араһында “Еңеү кубогы”на халыҡ-ара турнир уҙҙы
Фото №1 - Өфөлә илдең көслө атлеттары араһында “Еңеү кубогы”на   халыҡ-ара турнир уҙҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ