Өфөләге Олимпик парк Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн беренсе спартакиаданы ҡабул итергә әҙерләнә. 14 декабрҙә Өфөгә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең 10 республикаһынан сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле мең ярым спортсының килеүе көтөлә. Ярышсылар тау саңғыһы, сноуборд, керлинг һәм шахмат буйынса көстәрен һынаясаҡ. Быға тиклем ҡар яумау сәбәпле тау шыуыу өсөн яһалма ҡар ҡулланыла. Техникалар тәүлек әйләнәһенә туҡтамай эшләй. Ике мең саҡырым тирәһе трасса һалынасаҡ. Һауа торошоноң йылы тороуынан тау саңғысылары өсөн миҙгел бер айға һуңлап башлана.



