Радий Хәбиров Өфөлә яңы асылған балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышты

«Башҡортостан сәскәләре» биләмәһендә урынлашҡан учреждение 180 балаға иҫәпләнгән. Заманса объектта барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Яңы мебель менән йыһазландырылған учреждение китаптар, уйынсыҡтар һәм балаларҙың үҫеше өсөн уҡыу материалдары менән дә тәьмин ителгән.

Өфөлә асылған балалар баҡсаһында малай-ҡыҙҙар башҡорт телен өйрәнә. Тәрбиәсе уйын формаһында кескәйҙәргә һүҙҙәр һәм һөйләмдәр аңлата. «Башҡортостан сәскәләре» биҫтәһендә асылған заманса балалар баҡсаһы урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған. объект. Уның эшмәкәрлеге менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты.

Яңы балалар баҡсаһында ашхана, медицина пункты, йоҡо бүлмәләре, спорт залы, музыка кабинеты һәм ижади түңәрәктәр майҙансығы барыһы ла заманса йыһазландырылған. Ике аҙна элек асылған балалар баҡсаһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди иғтибар бүленә. Бөтә бүлектәргә лә видеокамералар ҡуйылған.

Өфөнөң Башҡортостан сәскәләре биләмәһе йылдам үҫешә, бында күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр һаны ла арта. Биләмәлә балалар баҡсаһы асылыуы һәм мәктәп төҙөлөшө урындағы халыҡҡа мөмкинлектәр аса, тормошто еңелләштерә.

Флорида Миһранова

Волна
Акции БСТ