Сара сиктәрендә киләһе йылға бурыстар билдәләнде, ойошманың сәйәси советы президиумы менән контроль комиссия составы яңыртылды. Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров үҙ сығышында партия эшен юғары баһалап, тормошҡа ашырылған күләмле проекттар һәм махсус хәрби операцияға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Йыл йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бүлексәһе республикала иң яҡшыһы тип танылды. Ә бына Салауатта партия яҡлылар командаһы, Сибайҙа «Йәш гвардия» хәрәкәте, Стәрлебаш районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы иң көслөләр иҫәбенә инде. Урындағы бүлексәләр күләмле проекттар тормошҡа ашырып та, халыҡа менән тығыҙ эш алып бара.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһе конференцияһында партияның Генераль советы секретары, Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушевтың сәләм хаты ла уҡылды. 130 меңдән ашыу кешене берләштергән Башҡортостан командаһын ул киң мөмкинлектәре һәм айырым яуаплылығы булған ҡеүәтле актив тип билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән хәстәрлек, алғы һыҙыҡҡа оҙатылған меңдәрсә тонна гуманитар ярҙам - илһөйәрлек һәм берҙәмлек өлгөһө. Башҡортостан, тотош ил өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Республикала Халыҡ программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Партия проекттары ярҙамында медицина һәм мәғариф учреждениелары, юлдар төҙөлә һәм яңыртыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инфраструктураһы яҡшыра. Халыҡ наказдары буйынса был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.
Башҡортостанда Юғары партия мәктәбенең тәүге төбәк филиалы - йәш депутаттар өсөн сәйәси компетенциялар үҙәге лә асылғайны. Был тәжрибә башҡа төбәктәрҙә лә оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Төбәк бүлексәһе юғары партия дисциплинаһы менән дә айырыла.
Киләһе йыл Башҡортостан командаһы алдында сәйәси планда тағы ла яуаплы осор көтөлә. Дәүләт думаһы менән Өфө ҡала советына депутаттар һайлана. Радий Хәбиров ғәҙел көрәштә еңеү, төбәк һәм халыҡ мәнфәғәтендә эшләү мөһимлеген билдәләне.
Гөлназ Хәйбуллина



