Белоретта барлыҡ йорттарға ла йылы бирелә башланы

Идарасы компаниялар крандарҙы асып, системанан һауаны сығарҙы. Кире осраҡта батареяларға йылы бармай. Йылытыу системаһы ғәҙәти режимға сыҡҡас, эҫе һыу менән тәьмин итеү ҙә тергеҙеләсәк. Фатирҙарҙа йылытыуға бәйле бөтә һорауҙар буйынса, идарасы компанияға йәки туранан-тура 3-17-34 телефоны буйынса «Белорет йылылыҡ селтәрҙәре»нең дежур хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хәл даими контролдә тотола, тип хәбәр итә урындағы хакимиәт. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ҙур коммуналь авария һөҙөмтәһендә төбәктә күп фатирлы 70-тән ашыу йорт, шулай уҡ ике биҫтәләге социаль объекттар йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалғайны. Ғәҙәттән тыш хәл урынында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов булды. Урында оператив штаб ойошторолдо. Прокуратура ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ