Республикала балалар һәм йәштәр өсөн тәүге хәрби-патриотик картина прокатка сығырға әҙерләнә. Унда яҡташтарына ярҙам итеү өсөн 2 мең километр юл үткән Башҡортостандың йәш тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында бәйән ителә. Тулы метражлы фильм журналист Баныу Ҡаһарманова сценарийы буйынса төшөрөлгән һәм төбәк башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре һәм журналистар өсөн Өфөнөң «Родина» кинотеатрында ябыҡ премьера үтте.
Фильм 1944 йылда Учалы районынан 450 баш һыйырҙы фашистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барып, күп кешене аслыҡтан ҡотҡарған үҫмерҙәрҙең ҡаһарманлығына арнала. Төп ролде Өфө уҡыусыһы Әминә Сәлмәнова башҡара.
Кинокартинала заманса технологиялар, атап әйткәндә, компьютер графикаһы, хатта яһалма интеллект та ҡулланылған.



