Иглин районында педагогик оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды

Бүләкләү тантанаһы 5-се мәктәптә үтте. Еңеүселәр 3 номинацияла билдәләнде. «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһендә 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Оксана Бондаренко алдынғы булды. Сыуаш-Ҡыбау ауылынан химия уҡытыусыһы Людмила Әхтәмйәнова «Йыл уҡытыусыһы», 4-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Диана Рәхмәтуллина «Йыл уҡытыусыһы. Йәш белгес» номинацияһында еңеү яуланы. «Туған телдә уҡытҡан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһендә Зинира Әбүбәкирова иң көслөһө тип танылды. Еңеүселәр Иглин районы данын киләһе йыл февралдә педагогик оҫталыҡ конкурсының республика этабында яҡлаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ