Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт теле көнөнә арналған Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны уҙҙы. Сәхнәлә республика төбәктәренән 9 команда сығыш яһаны. Өфө ҡалаһынан, Белорет, Тәтешле, Дыуан райондарынан килгән уҡыусылар башҡорт телендә зирәклектә һәм отҡорлоҡта көс һынашты.




