Яҡташыбыҙ, донъя сәнғәтендә танылыу яулаған опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов "Рәсәйҙең халыҡ артисы" исеменә лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Илдар Абдразаҡов Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе.





