Башҡортостан илдең башҡа төбәктәренә рапс һата

Ғафури районынан Калининград өлкәһенә 900 тоннаға яҡын  ошондай  тауар оҙатылды, тип  хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Продукция тикшерелгән, санитар талаптарға яуап бирә. 2026 йылда республикала майлы  культуралар - көнбағыш, рапс, етен, соя  майҙадарын тағы киңәйтеү планлаштырыла. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, был продукция иген культуралары менән сағыштырғанда күпкә табышлы.

Фото №1 - Башҡортостан илдең башҡа төбәктәренә рапс һата
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ