Бының өсөн айырым закон әҙерләнәсәк. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, ауыл хужалығы ерҙәрен башҡа төрлө маҡсатта файҙаланыу өсөн Федераль министрлыҡ рөхсәте кәрәк була. Айырыуса уңдырышлы биләмәләр тик ауыл хужалығы өсөн файҙаланырға тейеш. 2027 йылдан бындай ерҙәрҙә ҡаҙылма байлыҡтар табыу тыйыла. Айырым осраҡтарҙа махсус рөхсәт кәрәк була.




