Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса быйыл май айында Благовар районында йәшәүсе ҡатынға шылтыратыусы үҙен тәртип һаҡсыһы итеп танытҡан. Уға полиция операцияһында ҡатнашырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә, ҡатын страйкбол уйыны өсөн граната менән янап ике микрофинанс ойошма офисына һөжүм итеп 120 мең һумдан ашыу аҡса алып сыҡҡан. Суд ҡарары менән ул 4 йылға иркенән мәхрүм ителгән.




