Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты боҙҙоң йоҡа булыуы хаҡында иҫкәртә

Павловка һыуһаҡлағысында рейд ойошторолған. Бында боҙҙоң ҡалынлығы 7 сантимерға тиклем, урыны менән шәре сыҡҡан. Ведомство етәксеһе Кирилл  Первов белдереүенсә, бындай  шарттарҙа боҙ өҫтөндә йөрөү хәүефле. - Балыҡсыларҙың йөрөй башлауы теркәлде. Уларға иҫкәртеүҙәр яһалды, - тине  ул.

Фото №1 - Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты боҙҙоң йоҡа булыуы хаҡында  иҫкәртә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ