Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Тәүҙә Стәрлетамаҡ миҫалында эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек иткән бизнес-шерифтар эшмәкәрлеге тикшерелде. Башҡортостан башлығы муниципалитеттың бизнес-берләшмә менән коммуникациялар төҙөүҙә уңышлы тәжрибәһен билдәләне.
Ултырышта Өфө районында металл конструкциялар эшләү цехын төҙөү проекты менән таныштырҙылар. Производство һәм келәт корпустарын төҙөүгә, шулай уҡ технологик ҡорамалдар һатып алыуға инвестор 220 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй. Иглин районында һалҡын асфальт етештереү буйынса завод төҙөү тураһында пландары менән «АТМ» компанияһы директоры Татьяна Левина таныштырҙы. Төбәктең инвестиция комитеты ултырышында шулай уҡ Архангел районында «Инйәр һыуы» ял базаһын төҙөү планы ҡаралды. Был башланғыс менән «ГОЛД-ПРОДУКТ» компанияһын ойоштороусы Дмитрий Недорезков сығыш яһай. «Инвестиция сәғәте»нә сығарылған проекттарға өҫтөнлөклө статус биреләсәк.



