Утыҙ йыл бергә! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын халыҡты берләштереүсе көс булыуын билдәләне. 1995 йылда ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы бөгөн Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе меңдәрсә милләттәштәребеҙ менән һөҙөмтәле эш алып барып, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығы уңайынан уҙғарылған йыйын күренекле шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Халҡы, туған теле, тыуған ере өсөн янып-көйөп йәшәгән бөйөк шәхестең исеме 2019 йылдың июнендә монумент булараҡ мәңгеләштерелгәйне, бөгөн дә Бабич алыҫ араларҙы яҡынайтып, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән милләттәштәребеҙҙе ғорур ҡаршы алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә. Бөгөн йәмәғәт ойошмаһының республиканың барлыҡ район-ҡалаларында, шулай уҡ Рәсәйҙең 36 төбәгендә, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә бүлексәләре уңышлы эшләй. Ил кимәлендә уңышлы эшләгән башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, көнүҙәк һорауҙарын еткерҙе.
Ҡоролтай тарафынан башҡорт халҡын берләштереү, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, донъяуи кимәлдә республика абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар юғары баһаланды, грант ярҙамын көсәйтеү бурысы ҡуйылды.Төбәк етәксеһе үҙ сығышында ойошманың 30 йыл эсендә оло, шул уҡ ваҡытта ябай булмаған юл үтеүен, ҙур йәмәғәт көсөнә әйләнеүен билдәләне.
Республика Башлығы үҙ сығышында Ҡоролтай тарафынан тормошҡа ашырылған уңышлы башланғыстарҙы ла атаны. «Айыҡ ауыл» конкурсын ғына алайыҡ, былтыр Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ул «Халыҡтың йәшәү сифаты» йүнәлешендә «Яңы дәүерҙең иң көслө идеяһы» исемлегенә индерелде.
Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, иң күп мәғлүмәт һөжүме милли республикаларға тура килә. Башҡортостан был күрһәткес буйынса беренсе урында. Радий Хәбиров ҡатмарлы осорҙа берҙәмлек күрһәткән башҡорт зыялыларына рәхмәт белдерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолғандан алып бөгөнгәсә уның үҫешендә әүҙем ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Башҡорт ырыуҙары советы рәйесе Вельмир Аҙнаевҡа «Халыҡтар дуҫлығы» ордены тапшырылды.
Ҡоролтайҙың 30 йыллығы уңайынан «Торатау» Конгресс-Холлында тарихсылар, федераль белгестәр ҡатнашлығында Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо, шулай уҡ көн дауамында милләт өсөн көнүҙәк мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, кәңәшмәләр үтте.
Съезда ҡатнашыусылар Республика милли архивында һаҡланған архив документтар менән дә таныша алды. Майҙанда милләтебеҙҙең көсөн, берҙәмлеген, мәҙәниәтен күрһәткән күргәҙмә экспозициялары ла эшләне .
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан киләһе йыл Башҡорт ғаиләһе йылы тип тәҡдим ителде. Ошо маҡсатта саралар планы ла билдәләнә. Ғәҙәттәгесә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы уҙғарыласаҡ, шулай уҡ грант ярҙамында яңы проект тормошҡа ашырыла башлай. Илдең алты төбәгендә ғаилә тел клубтары асыу планлаштырыла.
Гөлназ Хәйбуллина




