Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Конституцияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналған осрашыу уҙҙы.

Йыйылышта Конституцияны ҡабул итеү, төп закондар тураһында һүҙ барҙы. Осрашыуға Башҡортостандың юридик уҡыу йорттары студенттары саҡырылған. Башҡортостандың Конституция советы студенттар араһында конкурс үткәрә. Ул йәштәрҙең Конституция нигеҙҙәрен белеүен тикшереү маҡсатында ойошторола. Китапханала шулай уҡ Конституция тарихы менән танышырға мөмкин. Ошонда уҡ архив документтары һәм йыйынтыҡтарҙан торған күргәҙмә эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ