Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй

Традицияларҙан - фәнни асыштарға. Кушнаренко районында йылҡысылыҡ менән бәйле уникаль хужалыҡ эшләй. Бында башҡорт тоҡомло бейәләрҙе үрсетеп мал ҡанынан дарыуҙар өсөн мөһим шыйыҡса етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бейә ҡанынан яһалған шыйыҡса ветеринарияла файҙаланған мөһим препарат. Уның ярҙамында һыйыр, сусҡа һәм башҡа малдарҙы үҫтереү һәм дауалау өсөн дарыу етештерелә. Кушнаренко ауылындағы хужалыҡта йылына 7 мең литр матдә эшкәртелә. Шыйыҡсаға мотлаҡ башҡорт тоҡомло аттарҙың ҡаны файҙаланыла.

Предприятиела йылҡы үрсетеү өсөн ҡулай шарттар тыуҙырылған. Аттар ете ай аҙбарҙа аҫрала, биш ай көтөүҙә көтөлә. Быуаҙ йылҡылар даими тикшереү үтә. Ветеринарҙарҙың даими күҙәтеүе һәм ярҙамы малҡайҙарҙың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Хужалыҡта 680 бейә аҫрала.Беҙ башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү, үрсетеү, һаҡлау буйынса күп яҡлы эш алып барабыҙ. Ветеринария тармағы өсөн препараттар етештереү ҙә йылдам үҫешә.

Дмитрий Петров, «Башагроген» йәмғиәтенең башҡарма директоры

Мал һәм хайуандар өсөн етештерелгән дарыуҙар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә һорау менән файҙалана. Башҡорт тоҡомло аттарҙан етештерелгән препарат Ҡазағстан, Ирак , Иорданияға ла оҙатыла. Киләһе йыл эшҡыуарҙар хужалыҡты киңәйтеп продукция күләмен арттырырға ниәтләй.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ